Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 12:13 - Изге Яҙма

13 Шулай итеп, Рехавғам батша Йәрүсәлимдә нығына һәм хакимлыҡ итә. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә була. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 12:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине.


Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.


Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине.


Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.


Уның тирәһенә буш боғаҙҙар, нәфселе бәндәләр тупланды һәм Сөләймән улы Рехавғамды еңде. Рехавғам, йәш һәм йомшаҡ ихтыярлы булғанлыҡтан, уларға ҡаршы тора алманы.


«Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным.


Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.


Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,


– Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы.


Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.


Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.


Ғаммон һәм Моав кешеләре Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай, хатта уларҙың нәҫеле лә унынсы быуынына тиклем Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ