18 Рехавғам Дауыт улы Йеримоҫтың ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнә. Махалаҫтың әсәһе Авиһаил иһә Ишай улы Әлиавтың ҡыҙы була.
Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға,
Йәһүҙә ырыуында – Дауыт туғандарынан Әлиһу; Исасхар ырыуында – Михаил улы Ғомри.
Махалаҫ уға Йеғуш, Шемаръяһ, Заһам исемле өс ул табып бирә.
Улар килгәс, Әлиавты күреп: «Раббының мәсихе ошолор, моғайын», – тип уйланы.
Ишайҙың өлкән улдарының өсәүһе Шаул менән яуға киткәйне. Һуғышҡа киткән улдарының исемдәре былай: баш балаһы – Әлиав, икенсеһе – Авинадав, өсөнсөһө – Шамма.
Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.