Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 11:13 - Изге Яҙма

13 Исраил ерендәге ҡаһиндар менән левиҙәр барлыҡ төбәктәрҙән уның эргәһенә ағыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 11:13
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды.


Бер мәл Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итте һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотондо.


Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде. – Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар.


Һәр ҡаланы ҡалҡан һәм һөңгөләр менән тәьмин итә, уларҙы бик ныҡ нығыта. Йәһүҙәләр һәм бинйәминдәр уның ҡул аҫтында ҡала.


Левиҙәр, үҙҙәренең көтөүлек ерҙәрен һәм мөлкәттәрен ташлап, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә күсенә, сөнки Яровғам да, улдары ла уларға Раббының ҡаһиндары сифатында хеҙмәт итергә юл ҡуймай.


Аса хакимлығының утыҙ алтынсы йылында Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотона.


Улар, Йәһүҙә буйлап йөрөп, бөтә ҡалаларҙан левиҙәрҙе һәм Исраилдың ғаилә башлыҡтарын йыя һәм Йәрүсәлимгә алып килә.


Хизкияһ батша бөтә Исраил һәм Йәһүҙә халҡына, шулай уҡ Әфраим менән Менашше ырыуҙарына хәбәр ебәреп, уларҙы Исраил Аллаһы Раббыға бағышланған Ҡотҡарылыу байрамын уҙғарыу өсөн Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорамына саҡыра.


Әгәр ҙә һеҙ әйткәнемә ҡарамайынса: «Раббының йөгө» тураһында һүҙ ҡуҙғатһағыҙ, Мин әйтмәҫкә ҡушҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән өсөн


Ҡарағыҙ уны, илегеҙҙә йәшәгән левиҙәрҙе ғүмер буйы ҡайғыртығыҙ.


Һеҙ биләгән ер нәжесләнгән икән, беҙҙең яҡҡа, Раббы биләмәһенә, Раббы сатыры торған яҡҡа күсегеҙ ҙә ошонан, беҙҙең яҡтан, үҙегеҙгә ер алығыҙ. Әммә Раббыға һәм беҙгә ҡаршы фетнә күтәрмәгеҙ, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына өҫтәп үҙегеҙгә тағы ҡорбан усағы төҙөмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ