11 Ул ҡәлғәләрҙе нығыта, уларға мөдирҙәр ҡуйып сыға, ашлыҡ, зәйтүн майы һәм шарап һаҡлағыстар яһата.
Сорға, Айялон һәм Хевронды – Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарына ҡараған ҡалаларҙың барсаһын нығыттыра.
Һәр ҡаланы ҡалҡан һәм һөңгөләр менән тәьмин итә, уларҙы бик ныҡ нығыта. Йәһүҙәләр һәм бинйәминдәр уның ҡул аҫтында ҡала.
Ул бик уйлап эш итә, бөтә улдарын Йәһүҙә һәм Бинйәмин ерҙәрендәге нығытылған ҡалаларға ебәреп бөтә, муллыҡта йәшәүҙәрен хәстәрләй һәм бик күп ҡатын алып бирә.
Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә.
Был яугирҙәр батшаға хеҙмәт итә. Уларҙан тыш батша бөтә Йәһүҙәләге нығытылған ҡалаларға башҡа ғәскәрҙәрҙе урынлаштырған була.
– Эй әҙәм улы, бер таяҡ ал да уның өҫтөнә «Йәһүҙә һәм уға теләктәш булған исраилдар» тип яҙ. Шунан икенсе бер таяҡ ал, уның өҫтөнә «Йософ һәм уға теләктәш булған бөтә Исраил халҡы» тип яҙ. Был – Әфраим таяғы.