2 Был хәбәрҙе ишетеп, Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улы ҡайтып төшә.
Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.
Яровғам иһә ифрат ҡаһарман булыуы менән танылғайны. Сөләймән был йәш егеттең булдыҡлылығын күреп, Йософ ырыуының бөтә мәжбүри эштәрҙе башҡарыусыларына етәксе итеп тәғәйенләне.
Сөләймән Яровғамды үлтерергә ниәтләне, әммә тегеһе ҡасып китте һәм Мысыр батшаһы Шишаҡҡа барып һыйынды. Яровғам Сөләймән үлгәнгә тиклем шунда йәшәне.
Был хәбәр Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улына ла ишетелде.
Исраилдар, кеше ебәреп, Яровғамды саҡырып алалар. Шунан Яровғам менән бөтә исраилдар бергә Рехавғам янына килеп былай тиҙәр:
Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.