1 Рехавғам Шәхәмгә юллана, сөнки бөтә исраилдар уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн шунда йыйылған була.
Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.
Сөләймән бөтә Исраилға батшалыҡ итте.
Бөтә был яугирҙәр, ихлас йөрәктән Дауытты бөтә Исраилға батша итеп ҡуйырға тип, Хевронға саф-саф булып теҙелеп килә. Башҡа исраилдар ҙа Дауытты батша итеү ниәтендә берҙәмлек күрһәтә.
Сөләймәндең улы – Рехавғам. Рехавғамдың улы – Авияһ, Авияһтың улы – Аса, Асаның улы – Йеһошафат,
Был хәбәрҙе ишетеп, Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улы ҡайтып төшә.
Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнә. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултыра.
Сөләймән – Рехавғамдың, Рехавғам – Авияһтың, Авияһ – Асаның,
Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.
Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты.
Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине: