6 Ошонда, Раббы ҡаршыһында, Осрашыу сатыры алдындағы баҡыр ҡорбан усағында, Сөләймән мең дана тотош яндырыу ҡорбаны килтерә.
Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан салды. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел ине.
Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.
Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.
Шул осорҙа Сөләймән ҡорамдың айуаны ҡаршыһында төҙөткән ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә башлай.
Ҡорбандарҙы яндырырға Ливан урмандары ла етерлек түгел, Уға тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Ундағы хайуандар ҙа аҙ.