2 Сөләймән бөтә исраилдарҙы – мең һәм йөҙ баштарын, хөкөмдарҙарҙы, Исраилдың бөтә түрәләрен, ғаилә башлыҡтарын саҡырта.
Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
Дауыт мең баштары, йөҙ баштары һәм барлыҡ башлыҡтар менән кәңәшләшә лә
Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ;
Раббы һандығын уны ҡуйырға тип әҙерләнгән ергә килтерер өсөн Дауыт барлыҡ исраилдарҙы Йәрүсәлимгә йыя.
Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.
Әммә, Әлғазар улдары араһында нәҫел башлыҡтары Иҫамар улдары араһындағыға ҡарағанда күберәк булған өсөн, Әлғазар нәҫеле – ун алты, ә Иҫамар улдары – һигеҙ төркөмгә бүленә.
Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә.
Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя.
Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн.
Шунан бөтә йыйынды эйәртеп Сөләймән Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығына йүнәлә, сөнки унда Алланың әүәл Раббы ҡоло Муса сүлдә яһатҡан Осрашыу сатыры була.
Икенсе көндө Хизкияһ батша иртән иртүк ҡала түрәләрен йыйып ала һәм Раббы ҡорамына китә.
Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була.