16 Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерәләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып ала.
Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар.
Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм башҡа яҡтарҙан килтерәләр.
Бит алмаңды һырғаларың биҙәп тора, Мунсаҡ тағылған муйының ниндәй гүзәл!
Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.