9 Шунан Дауыт батша Шаулдың хеҙмәтсеһе Сиваны саҡырып: – Шаулдыҡы һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбенеке булған барлыҡ нәмәне хакимыңдың ейәненә бирәм, – тине. –
– Хакимыңдың улы ҡайҙа? – тип һораны батша. – Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә ҡалды, – тине Сива. – Исраил халҡы атамдың батшалығын миңә ҡайтарып бирер, тип өмөтләнә.
– Быға тиклем Мефи-Бошеҫтыҡы булып һаналған бөтә нәмә һинеке булыр, – тине батша Сиваға. – Аяҡ аҫтыңдағы тупраҡ булайым, хакимым батша. Мин һәр ваҡыт шулай һинең рәхмәтеңә лайыҡ булһам ине, – тип яуап ҡайтарҙы Сива.
Батша иһә: – Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине.
– Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ.
Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.
Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.