8 Мефи-Бошеҫ тағы бер тапҡыр баш эйҙе лә: – Кем инде мин ҡолоң? Минең кеүек эт үләкһәһенә тиң затҡа ниңә илтифат иттең? – тине.
– Был эт үләкһәһе ниңә хакимым батшаға һүҙ тейҙерә әле? – тине Серуяһ улы Авишай батшаға. – Барып башын ҡырҡып ташларға рөхсәт ит.
Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.
Авнер Иш-Бошеҫтың был һүҙҙәренә асыуы ҡабарып: – Әллә мин Йәһүҙәгә хеҙмәт иткән этме? Атаң Шаулдың нәҫел-нәсәбен, уның ағай-энеһен, дуҫтарын яҡланым, һине Дауыт ҡулына бирмәнем. Ә һин мине бер ҡатын арҡаһында ғәйепләмәк булаһыңмы?
– Мин ҡолоң бер ҡорсаңғы эт кенә бит. Шул тиклем эштәрҙе башҡарырға ҡайҙан ҡулымдан килһен? – тине Хазаил. – Раббы миңә һинең Арам батшаһы буласағыңды белдерҙе, – тип яуап ҡайтарҙы Ильясиғин.
Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан!