6 Шаул улы Йонаҫандың балаһы Мефи-Бошеҫ, Дауыт батша алдына килеп, ихтирам менән йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Мефи-Бошеҫ! – тип өндәште уға Дауыт. – Мин ҡолоң бындамын, – тип яуапланы Мефи-Бошеҫ.
Яҡуп үҙе алдан китте һәм, ағаһы янына барып еткәнсе, уның алдында ете тапҡыр ергә ҡапланды.
Шунда ул артына әйләнеп ҡараны ла, мине күреп, янына саҡырҙы. «Бойор, тыңлайым», – тинем мин.
– Быға тиклем Мефи-Бошеҫтыҡы булып һаналған бөтә нәмә һинеке булыр, – тине батша Сиваға. – Аяҡ аҫтыңдағы тупраҡ булайым, хакимым батша. Мин һәр ваҡыт шулай һинең рәхмәтеңә лайыҡ булһам ине, – тип яуап ҡайтарҙы Сива.
Әммә батша Шаулдың ейәне, Йонаҫандың улы Мефи-Бошеҫты аяны, сөнки Шаул улы Йонаҫан менән Дауыт Раббы алдында бер-береһенә ант иткәйне.
Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул.
Дауыт батша, кешеләрен ебәреп, Йонаҫандың улын Ло-Деварҙан, Ғаммиил улы Махир өйөнән алып ҡайтартты.
Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха.
Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.
Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.