2 Шаул йортонда Сива исемле бер хеҙмәтсе бар ине. Уны Дауыт янына саҡырттылар. Батша унан: – Сива тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. – Эйе, мин ҡолоңмон, – тип яуапланы тегеһе.
Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,
Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы – хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине. Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.
Уның янында Бинйәминдән мең кеше һәм Шаул йортоноң хеҙмәтсеһе Сива менән уның ун биш улы, егерме хеҙмәтсеһе бар ине. Улар бөтәһе лә Иорданға батшаны ҡаршыларға йүгерҙе.
Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла: