13 Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине.
Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә.
Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул.
Мефи-Бошеҫтың Миха исемле бәләкәй улы бар ине. Сива йортонда йәшәгән бөтә кеше Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтселәренә әүерелде.
– Шаул тоҡомонан берәй иҫән кеше ҡалмағанмы? – тине батша. – Мин уға Алла хаҡына игелек күрһәтер инем. – Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар, – тине Сива батшаға.
Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.
Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.