Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 9:10 - Изге Яҙма

10 Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 9:10
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Хакимыңдың улы ҡайҙа? – тип һораны батша. – Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә ҡалды, – тине Сива. – Исраил халҡы атамдың батшалығын миңә ҡайтарып бирер, тип өмөтләнә.


Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:


Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.


Әммә батша Шаулдың ейәне, Йонаҫандың улы Мефи-Бошеҫты аяны, сөнки Шаул улы Йонаҫан менән Дауыт Раббы алдында бер-береһенә ант иткәйне.


Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.


Ғилғәд кешеһе Барзиллайҙың улдарына мәрхәмәт ҡыл, табыныңда ултырғандар араһында уларға ла урын бир, сөнки Авшалом ағайыңдан ҡасып барған сағымда улар миңә ныҡ ярҙам итте.


Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.


Вафат булғанға тиклем уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде.


Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: – Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ