6 Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
Һададғәзәргә буйһонған батшалар, үҙҙәренең еңелгәнен күргәс, исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөнө һәм уларға буйһондо. Ә арамиҙар артабан ғаммондарға ярҙам итергә ҡурҡты.
Дауыт – нығытма эсендә, ә пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Бейт-Ләхәмдә ине.
Бына хәҙер теләгегеҙҙе тормошҡа ашырығыҙ. Раббы Дауыт тураһында: «Ҡолом Дауыттың ҡулы менән Мин Үҙ халҡым Исраилды пелештиҙәр ҡулынан, бөтә дошмандары ҡулынан ҡотҡарам!» – тип әйткән бит.
Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды.
Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.
Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.
Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайтты.
Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.
Исраил батшаһы Ахав үлгәндән һуң, Моав Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе.
Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Раббы һәр саҡ Хизкияһ менән булды, шуға күрә ниндәй эшкә тотонһа ла, ул уңыш ҡаҙанды. Хизкияһ башҡаса Ашшур батшаһына хеҙмәт итергә теләмәйенсә, баш күтәрҙе.
Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды.
Шунан ул Эдомдың бөтә ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһона. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандыра.
Ул Йәһүҙәнең бөтә нығытылған ҡалаларына ғәскәрҙәр ҡуя, Йәһүҙә еренә, атаһы Аса яулап алған Әфраим ҡалаларына һаҡсы ғәскәрҙәр урынлаштыра.
Һабан һөрөп ватҡылаған тупраҡ һымаҡ, Һөйәктәребеҙ үлеләр донъяһының ауыҙына ҡойолор.
Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.
Йонаҫан пелештиҙәрҙең Гивғалағы һаҡсы ғәскәрен ҡыйратты. Был хаҡта пелештиҙәргә лә мәғлүм булды. Ә Шаул бөтә илдә мөгөҙ ҡысҡыртырға ҡушты. – Ғивриҙәр ишетһен! – тине.
Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне.
Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.