2 Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.
Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә, кирбес яндырырға мәжбүр итте. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләне. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.
Исраил батшаһы Ахав үлгәндән һуң, Моав Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе.
Ашшур батшаһы Шалманасар Һошеяғҡа яу менән килде. Һошеяғ уға буйһондо һәм яһаҡ түләй башланы.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итә. Моавтар Дауытҡа буйһона һәм уға яһаҡ түләй башлай.
Ғаммондар Ғуззияһҡа яһаҡ түләп тора. Уның даны Мысыр сиктәренә тиклем тарала, сөнки ул шундай көсәйеп китә.
Етем булһын балалары, Тол булып ҡалһын ҡатыны!
Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!
Ниндәй бәхетле Һинән көс-ҡеүәт алған, Күңеленән Йортоңа сәйәхәт ҡылыуҙы ниәт иткән кеше!
Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.
„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.
Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.
Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды.
Дауыт бынан Моавтың Миспе ҡалаһына барҙы һәм Моав батшаһына: – Алланың мине нимә эшләтәсәген белгәнгә тиклем, атайым менән әсәйемде һиндә ҡалдырып торорға рөхсәт ит, – тине.
Шулай итеп, Дауыт ата-әсәһен Моав батшаһы янына алып килде. Дауыт йәшенеп ятҡан ерендә булған арала, улар шунда йәшәне.