Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 8:10 - Изге Яҙма

10 улы Йорамды Дауытҡа сәләм күндерергә һәм Һададғәзәрҙе һуғышып еңгәне өсөн ҡотларға ебәрҙе. Сөнки Һададғәзәр оҙаҡ ваҡыттан бирле Тоғиға ҡаршы һуғышҡан була. Йорам алтын, көмөш, баҡыр әйберҙәр алып килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 8:10
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә ул, сәләм биргәндән һуң: – Оло йәштәге атайыбыҙ бар тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫән-аманмы? – һораны.


Дауыт батша уларҙы үҙе буйһондорған бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш һәм Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улынан ҡулға төшөрөлгән яумалдың бер өлөшө менән бергә Раббыға бағышланы.


Хамаҫ батшаһы Тоғи, Дауыттың Һададғәзәр ғәскәрен тар-мар иткәнен ишеткәс,


Батша ярандары: «Аллаң Сөләймәндең исемен һинең исемеңдән дә данлыраҡ, тәхетен һинең тәхетеңдән дә бөйөгөрәк ҡылһын!» – тип хакимыбыҙ Дауытты ҡотларға барҙы. Батша түшәгендә килеш сәждә ҡылып:


улы Һадорамды Дауыт батшаға сәләм күндерергә һәм Һададғәзәрҙе һуғышып еңгәне өсөн ҡотларға ебәрә, сөнки Һададғәзәр оҙаҡ ваҡыттан бирле Тоғуға ҡаршы һуғышҡан була. Һадорам алтын, көмөш, баҡыр әйберҙәр алып килә.


Күптәр Йәрүсәлимгә Раббыға тип бүләктәр, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа затлы әйберҙәр килтерә. Ошо хәлдәрҙән һуң уның бар халыҡтар алдында абруйы үҫә бара.


Ул Исраилды бөтә ғәйептәренән Йолоп, ҡотҡарып аласаҡ.


Шул осорҙа Бабил батшаһы Баладан улы Меродах-Баладан Хизкияһҡа хат менән бүләктәр ебәрҙе, сөнки уның ауырығаны һәм һауыҡҡаны тураһында ишеткәйне.


Ул ҡорбанды яндырып та бөттө, Шемуил килеп етте. Шаул, сәләмләр өсөн, уға ҡаршы сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ