Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 7:7 - Изге Яҙма

7 Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡым Исраилға көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған ырыу башлыҡтарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 7:7
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡыма көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған Исраил хакимдарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?»


Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?


Уларға хәстәрлекле көтөүселәр ҡуйырмын. Башҡаса улар ҡурҡмаҫ, өркмәҫ һәм юғалмаҫ, – тип белдерә Раббы».


Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәрҙе бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр.


Ҡуйҙарымды Үҙем көтәсәкмен, уларҙы һыулауҙа Үҙем ятҡырасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. –


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр.


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».


Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


– Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар.


Аллағыҙ Раббы һине ҡотҡарыр һәм дошмандарыңды ҡулыңа тапшырыр өсөн туплам уртаһында йөрөй. Раббы берәй хурлыҡлы нәмә күреп, һеҙҙән баш тартмаһын өсөн туплам изге урын булһын.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ