Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 7:23 - Изге Яҙма

23 Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 7:23
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдең халҡың итеп раҫланың һәм, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың.


Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, исемеңде шөһрәтле иттең. Бөйөк һәм хикмәтле эштәрең аша халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың.


Улар бит Һинең ҡолдарың, Һинең халҡың. Уларҙы Һин Үҙеңдең сикһеҙ көсөң үә ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алып ҡалдың.


Рәхмәт әйтеп ҡорбандар салһындар; Шатлана-шатлана Уның ҡылғандарын һөйләһендәр.


Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр.


Ошо Алла күкте, ерҙе һәм диңгеҙҙе, Уларҙағы бар нәмәләрҙе яратҡан, Тоғролоғон мәңге һаҡлап ҡалған,


Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир».


Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.


Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында:


Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.


Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.


Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең.


Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.


Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең, һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр!


Халҡың Исраилды хикмәттәр һәм мөғжизәләр менән, ҡөҙрәтең, һуҙылған ҡулың менән, бөйөк дәһшәт сәсеп, Мысыр еренән сығарҙың.


Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем, сөнки уларҙың күҙе алдында исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным.


Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен.


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң.


Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, һине унан Аллаң Раббы йолоп алды, шуға күрә был һүҙҙәрҙе мин бөгөн һиңә бойороҡ итеп әйтәм.


Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.


Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр?


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ