14 Мин – уға Атай, ә ул Миңә улан булыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылһа, ата улын язалағандай, Мин дә уны язалармын.
Әммә бойороҡтарыма һәм ҡағиҙәләремә тоғро ҡалған һәм Үҙем һайлап алған ҡолом Дауыт хаҡына Сөләймәндең ҡулынан батшалыҡты тотош тартып алмайым. Үҙе тере саҡта тәхет унда ҡалыр.
Әгәр ҙә һеҙ йәки балаларығыҙ Минән ситкә боролоп, Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙе тотмаһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ,
Мин – уға Атай, ә ул Миңә ул булыр. Мин һиңә тиклемге батшаны рәхмәтемдән мәхрүм иткәйнем, һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам.
Минең исемемә бағышланған йортто ул төҙөр. Ул Миңә – улым, ә Мин уға Атай булырмын, Исраил өҫтөндә уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын», – тине.
Раббы былай тине: «Һинең улың Сөләймән Минең йортомдо һәм ихаталарымды төҙөр, сөнки уны Үҙемә ул итеп һайланым һәм Мин уға Атай булырмын.
Алла нәсихәт биргәндәр ни ҡәҙәр бәхетле! Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма.
Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.
Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».
Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.
Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.
Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».
Күңелеңдән шуны бел, кеше үҙ балаһына нисек тәрбиә бирә, Аллаң Раббы ла һине шулай тәрбиәләй.
Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уға Атай, ә Ул Миңә Улан булыр», – тигәнме?
Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.