Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 7:1 - Изге Яҙма

1 Дауыт батша үҙ һарайында урынлашты. Раббы уға әйләнә-тирәлә уратып алған дошмандары һөжүменән дә ял итеп алырға форсат бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 7:1
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе.


Шаул ҡыҙы Михәлдең ғүмере буйына балалары булманы.


Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы.


Дауыт улы Сөләймәнде эргәһенә саҡырып ала ла уға Исраил Аллаһы Раббыға йорт төҙөргә васыят әйтә.


– Улым! – ти Дауыт Сөләймәнгә. – Мин Раббы Аллам хөрмәтенә йорт һалырға ниәтләгәйнем.


Дауыт, аяғүрә баҫып, былай ти: – Ағай-энем, халҡым, тыңлағыҙ мине! Аллабыҙға аяҡ баҫыр урынды – Раббының Килешеү һандығын урынлаштырыу өсөн йорт һалыу ниәтен күңелемдә күптән йөрөтә инем. Төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡты ла әҙерләгәйнем.


Илдә тыныслыҡ булған дәүерҙә ул Йәһүҙә ҡалаларын нығыта. Раббы уға тыныс тормош биргән өсөн, ул йылдарҙа һуғыштар булмай.


Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған.


Алла Дауытты яҡын күргән, һәм Дауыт, Яҡуп Аллаһы өсөн торлаҡ һалырға тип, Унан рөхсәт һораған.


Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы.


Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ