8 Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һалды. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» тип исем ҡушты. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә.
Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе.
Шул көндө Дауыт Раббынан бик ныҡ ҡурҡты һәм: «Нисек Раббының һандығын үҙемә алып ҡайтайым?» – тине.
сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.
Юнысҡа был оҡшаманы, ул бик ныҡ асыуланды һәм көйөндө.
– Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.