Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 6:2 - Изге Яҙма

2 Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 6:2
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы бер кирубҡа менеп осто, Елдең ҡанаттары өҫтөндә күренде.


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ – Исраилдың Изгеһе, Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала.


Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.


Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр.


Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ