Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 6:19 - Изге Яҙма

19 Бөтә халыҡҡа, Исраилдың күп һанлы халҡына – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла – берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыҡты. Шунан һәммә халыҡ өйҙәренә таралды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 6:19
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән фатихаланы.


Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө!


Унан һуң батша халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Улар батшаға фатиха ҡылып, Раббының ҡоло Дауытҡа һәм Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып таралды.


һәм бар исраилдарға – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыға.


Бынан һуң бар халыҡ өйҙәренә таралыша. Дауыт та, үҙ ғаиләһен фатихалар өсөн, өйөнә ҡайта.


сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.


Етенсе айҙың егерме өсөнсө көнөндә Сөләймән халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрә. Улар Раббының Дауыт менән Сөләймәнгә, Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып тарала.


Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.


Йөҙөм ҡаптырып хәл индерегеҙ, Алмалар менән ҡеүәт өҫтәгеҙ: Һөйөү ялҡынында янам!


Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».


Раббы миңә: – Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир – бүтән илаһтарға табынып, уларға саҙаҡа итеп килтерелгән йөҙөм көлсәләрен үҙ иткән Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата, – тине.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.


Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе артынан эйәртеп, кешеләргә бүләк өләште», – тип әйтелгән.


Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ