16 Раббы һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап тора ине. Дауыт батшаның Раббы хозурында ырғый-һикерә бейегәнен күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уянды.
Шунан Дауыт Шаулдың улы Иш-Бошеҫҡа илселәр ебәрҙе: «Йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһен биреп йәрәшкән ҡатыным Михәлде миңә кире ҡайтар», – тип әйтергә ҡушты.
Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы.
Ошо рәүешле Дауыт һәм бөтә Исраил халҡы Раббы һандығын шау-гөр килеп, мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып алып барҙы.
Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө!
Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап торған була. Дауыт батшаның ырғый-һикерә күңел асҡанын күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уяна.
Беҙҙе тереләй йоторҙар ине, Беҙгә ҡаршы асыуҙары тоҡанғанда.
Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.
Ә ҡайһы берҙәре: – Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө.
Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.
Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы.
Дауытты Шаулдың Михәл тигән ҡыҙы ярата ине. Был хаҡта батшаға еткергәс, ул бик ҡәнәғәт булды.