Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 5:9 - Изге Яҙма

9 Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 5:9
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы.


Дауыт ул көндө кешеләренә: – Йевусиҙәргә ҡаршы һуғышҡан һәр кем Дауытты күрә алмаған ул сатандар менән һуҡырҙарға һыу үткәргес аша барып етһен, – тине. Бына шуға күрә лә әйтәләр: «Һуҡыр менән сатан һарайға инмәҫ».


Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы.


Яровғамдың батшаға ҡаршы фетнә күтәреүенең сәбәбе былай: Сөләймән Миллоны төҙөтөп, атаһы Дауыт ҡалаһында диуарҙағы ярыҡтарҙы төҙәттергән саҡ ине.


Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.


Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.


Фирғәүендең ҡыҙы Дауыт ҡалаһынан Сөләймән уның өсөн һалдырған яңы һарайға күсте. Шунан һуң батша Миллоны төҙөкләндерҙе.


Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.


Дауыт, Миллонан башлап ҡәлғә тирәләй төҙөлгән диуарға тиклем, бөтә ҡаланы төҙөкләндереп сыға. Ҡаланың ҡалған өлөшөн Йоав аяҡҡа баҫтыра.


Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.


Шишмә ҡапҡаһын Миспа биҫтәһе башлығы Кол-Хозе улы Шаллун йүнәтте: эш тамамланғас, ҡапҡаның башын ябып, ишек һәм йоҙаҡ-биктәрен ҡуйҙы. Ул шулай уҡ Батша баҡсаһы ҡаршыһындағы Шелах быуаһы буйындағы диуарҙы Дауыт ҡалаһынан төшә торған баҫҡысҡа тиклем төҙәтте.


Мәрхәмәт ҡыл, Раббы, ҡыҙған беҙҙе, Сөнки түбәнһетелеүҙән ғарыҡ булдыҡ.


«Эй Ариил, Ариил, Дауыт туплам ҡорған ҡала, башыңа – ҡайғы! Йылға йыл өҫтәлһен, Байрамдарың ҡабатланып торһон.


Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.


Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ