12 Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәреүен аңланы.
Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе.
Хеврондан Йәрүсәлимгә килгәс, Дауыт йәнә ҡатындар һәм йәриәләр алды. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.
Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!»
Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған.
Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай.
Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә хат менән яуап бирә: «Үҙенең халҡын яратҡанға күрә Раббы һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған!»
Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр.
Миңә иһә был сер башҡа кешеләрҙән аҡыллыраҡ булғаным өсөн түгел, батша төшөнөң асылын һәм күңелендәге уйҙарын аңлаһын өсөн асылды.
Ботаҡтарынан һыу тамып торор, Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр, Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр, Уның батшалығы юғары күтәрелер.