9 Әммә Дауыт Рехав менән уның ҡустыһы Бағанаға – Беероҫ кешеһе Риммондың улдарына – былай ти: – Йәнемде бөтә бәләләрҙән йолоп алған тере Раббы шаһит!
Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!
Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.
Батша ант итеп: – Йәнемде бөтә бәлә-ҡазаларҙан йолоп алған тере Раббы шаһит! – тине. –
Елдәрҙе Үҙеңә – илсе, Ялҡынланған утты хеҙмәтселәрең итәһең!
Ҡайһылары әсирлектә, дәһшәтле һәм шомло ҡараңғыла, Тимер бығауҙарҙа, хәсрәт эсендә йәшәне.
Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә! Бар булмышым менән Һиңә көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.
Эй бөйөк Хакимым, ҡасанғаса ситтән генә күҙәтерһең? Йәнемде – улар залимлығынан, Ғүмеремде был йыртҡыс арыҫландарҙан ҡотҡар!
Йә Раббым, быны Һин күрҙең, өнһөҙ ҡалма! Эй бөйөк Хакимым, зинһар, Һин минән йыраҡ торма!
Һинең ғүмерең бөгөн миңә ни тиклем ҡиммәт булған, Раббы минекен дә шулай баһалаһын, бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын.