Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 4:6 - Изге Яҙма

6 Шул ваҡыт Рехав менән Бағана, бойҙай алырға тигән булып өй эсенә инәләр ҙә Иш-Бошеҫтың эсенә сәнсеп, уны үлтерәләр. Шунан Рехав менән туғаны Бағана сығып ҡасалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 4:6
5 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин тегеһе һаман эҙәрләүен дауам итте. Шунан һуң Авнер һөңгөһөнөң һабы менән уның ҡорһағына ҡаҙаны. Һөңгө Ғасаһилды үтәнән-үтә тишеп сыҡты. Ғасаһил торған урынында йығылып йән бирҙе. Ғасаһил үлеп ятҡан урынға килгәндәрҙең бөтәһе лә туҡтап ҡалды.


Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте.


Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.


Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.


Хеҙмәтселәр һуҙмаңлап торған арала, Эһуд ҡасып өлгөрҙө, боттар эргәһенән үтеп, Сеғирә ҡалаһына барып йәшенде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ