Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 4:2 - Изге Яҙма

2 Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 4:2
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе;


Шул мәлдә Дауыттың яугирҙәре менән Йоав барымтанан ҡайтты. Улар мул табыш килтергәйне. Авнер иһә Хевронда Дауыт янында юҡ ине инде, Дауыт уны имен-аман ҡайтарып ебәргәйне.


Бер ваҡыт Беероҫтан булған Риммон улдары Рехав менән Бағана көндөң иң ҡыҙыу мәлендә Иш-Бошеҫтың өйөнә килә. Ә ул төш ваҡытында үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡан була.


Әммә Дауыт Рехав менән уның ҡустыһы Бағанаға – Беероҫ кешеһе Риммондың улдарына – былай ти: – Йәнемде бөтә бәләләрҙән йолоп алған тере Раббы шаһит!


Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр.


Батша арамиҙар ғәскәре өсөн ҙур табын әҙерләргә бойорҙо. Ашатып эсергәс, уларҙы ҡайтарып ебәрҙе, һәм арамиҙар үҙҙәренең хужаларына әйләнеп ҡайтты. Ошонан алып арамиҙар Исраил еренә баҫып инеүҙән туҡтаны.


Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ