Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 4:11 - Изге Яҙма

11 хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 4:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй.


Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.


Раббы ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһен юҡҡа сығарҙы: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге ҡоштарға тиклем бөтә нәмә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды.


Шаул урынына тәхеткә менеп ултырған инең. Шаул ғаиләһенең ҡанын күпме түккән булһаң, Раббы барыһын да үҙ башыңа ҡайтарҙы. Ана Раббы батшалыҡты улың Авшаломға бирҙе. Ҡулың ҡанлы булғанға ошо бәләгә тарының һин! – тип әрләште Шимғи.


Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.


Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.


Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!


Әгәр ҙә берәү икенсе кешене һуғып үлтерһә, ул үҙе лә үлтерелергә тейеш.


Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең.


ә яуыздар ерҙән юҡ ителер, мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор.


Залим алдында ебеп төшкән тәҡүә кеше бысраҡ шишмә, буръяҡ ҡоҙоҡ төҫлө.


Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ.


Йә Раббы, изге Аллам, Әүәл-әүәлдән бирле булған Һин түгелме ни? Беҙ үлмәйәсәкбеҙ! Йә Раббы, беҙҙе язалар өсөн Һин халдейҙарҙы һайланың! Ҡаям минең, хөкөмөңдө ғәмәлгә ашырыр өсөн Һин уларҙы көсләндерҙең!


Шуға күрә ҡанун көсһөҙләнде, Ғәҙел хөкөм итеүсе юҡ, Ғәйепһеҙҙе енәйәтсе еңеп сыға, Сөнки хөкөм эше залимлашҡан.


Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ