1 Хевронда Авнерҙың үлтерелгәнен ишеткәс, Шаул улы Иш-Бошеҫтың күңеле төштө. Барлыҡ исраилдар ҙа хәүефкә ҡалды.
Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен.
Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп,
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Был ерҙәрҙә йәшәүселәр Йәһүҙә халҡын ҡурҡытырға һәм төҙөлөшкә ҡамасауларға маташты.
Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.
Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр, Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер.
Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ.
Бабил батшаһы улар хаҡында хәбәр алды, Ҡулдары һәленеп төштө; Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнен өттө.
«Улар хаҡында хәбәр ишетеп, Ҡулыбыҙ һәленеп төштө. Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнебеҙҙе өттө.
Шул көндө Йәрүсәлимгә: «Ҡурҡма, Сион! Ҡулдарың хәлһеҙләнмәһен!» – тип әйтерҙәр.