6 Шаул йорто менән Дауыт йорто үҙ-ара ыҙғышып йәшәгән арала, Авнер Шаул йортонда үҙенең хакимлығын нығыта барҙы.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
алтынсыһы Иҫреғам Дауыттың Ғәғлә исемле ҡатынынан тыуғайны. Дауыттың был улдары Хевронда тыуҙы.
Шул саҡ Йеһу Рехав улы Йеһонадав менән бергә ҡорамға инде. – Иғтибар менән ҡарағыҙ, арағыҙҙа Раббыға табыныусылар булмаһын, тик Бәғелгә табыныусылар ғына ҡалһын, – тине Йеһу.
Әгәр барһаң, һин үҙең генә бар, һуғышта ғәйрәтле бул, әммә Алла һине дошмандан еңелдерер, сөнки ярҙам биреү ҙә, ҡолатыу ҙа Алланың ҡөҙрәтендә.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата.
Шаулдың ҡатынының исеме – Ахиноғам, ул Ахимағастың ҡыҙы ине. Ғәскәр башлығы Авнер Шаулдың атаһының бер туған ҡустыһы Нерҙың улы ине.