38 Батша үҙенең хеҙмәтселәренә: – Бөгөн Исраилда бер юлбашсының, бөйөк бер уҙамандың вафат булғанын беләһегеҙме һеҙ?
Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп,
Ошонан һуң Авнер Дауытҡа илселәр ебәреп: «Был ерҙең хужаһы кем? – тип һорарға ҡушты. – Минең менән килешеү төҙө. Шул саҡта мин һинең яҡлы булам һәм бөтә Исраил халҡын һинең яҡҡа ауҙарырға ярҙам итәм».
Нер улы Авнерҙың үлемендә батшаның ғәйебе булмағанлығын ул көндө бөтә халыҡ, бар Исраил аңланы.
Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
Хикмәт йәштә түгел. Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән.
– Һин ир түгелме ни? Исраилда һиндәй тағы ла кем бар? Ни өсөн хакимың батшаны ҡарамайһың? – тине Дауыт. – Әле берәү тупламға уны үлтерергә инде.