36 Быны бөтә халыҡ белде, батшаның быға тиклемге башҡа эштәре кеүек үк, был ҡылығы ла халыҡтың күңеленә хуш килде.
Бер хәбәрсе Дауытҡа килеп: – Авшалом Исраил халҡының ышанысын яулап алды, – тине.
Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы.
Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.
Нер улы Авнерҙың үлемендә батшаның ғәйебе булмағанлығын ул көндө бөтә халыҡ, бар Исраил аңланы.
Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.
Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. – Ул барыһын да яҡшы итеп эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.