26 Йоав Дауыт янынан сыҡты ла Авнер артынан сапҡын ебәрҙе. Уны Сира ҡоҙоғо янында ҡыуып етеп, кире килтерҙеләр, ләкин Дауыт был хаҡта белмәй ине.
Авнерҙы, Нер балаһын, беләһең бит инде: алдарға, ингән-сыҡҡан урыныңды ҡарарға, ни эшләп ятҡаныңды белергә килгән ул, – тине.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.