25 Авнерҙы, Нер балаһын, беләһең бит инде: алдарға, ингән-сыҡҡан урыныңды ҡарарға, ни эшләп ятҡаныңды белергә килгән ул, – тине.
– Юҡ, – тине Йософ, – еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ.
Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында булыр – шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ, тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүендең ғүмере менән ант итәм!
Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.
Ғаммон түрәләре үҙҙәренең хакимы Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен, атайыңды ихтирам иткәнгә, һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен ҡаланы ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тине.
Йоав батша янына килеп: – Ни эшләнең һин? Авнер үҙ аяғы менән һинең яныңа килгән икән, ниңә уны ҡайтарып ебәрҙең?
Йоав Дауыт янынан сыҡты ла Авнер артынан сапҡын ебәрҙе. Уны Сира ҡоҙоғо янында ҡыуып етеп, кире килтерҙеләр, ләкин Дауыт был хаҡта белмәй ине.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына, зәйтүн майына һәм балға бай илгә алып китермен һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ, шунда ғүмер итерһегеҙ. Хизкияһтың әйткәненә ҡолаҡ һалмағыҙ. „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип ул һеҙҙе алдамаһын.
Туғандарым, дуҫтарым хаҡына Әйтермен: «Тыныслыҡ булһын һиндә!»
Ултырғаныңды һәм торғаныңды, Ингәнеңде-сыҡҡаныңды, Миңә ҡаршы ярһыуыңды белеп торам.
халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.
Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.
– Әллә Ул һеҙҙе лә юлдан яҙҙырҙымы? – тине фарисейҙар.
Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың.
Ингәнеңдә лә, сыҡҡаныңда ла фатихалы булырһың.