24 Йоав батша янына килеп: – Ни эшләнең һин? Авнер үҙ аяғы менән һинең яныңа килгән икән, ниңә уны ҡайтарып ебәрҙең?
Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла: – Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең? – тине. –
Йоав һәм уның менән бергә йөрөгән ғәскәр ҡайтҡас, Йоавҡа Нер улы Авнерҙың батша янына килгәнен, ә Дауыттың уны иҫән-һау ҡайтарып ебәргәнен еткерҙеләр.
Авнерҙы, Нер балаһын, беләһең бит инде: алдарға, ингән-сыҡҡан урыныңды ҡарарға, ни эшләп ятҡаныңды белергә килгән ул, – тине.
Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
Авнер Иш-Бошеҫтың был һүҙҙәренә асыуы ҡабарып: – Әллә мин Йәһүҙәгә хеҙмәт иткән этме? Атаң Шаулдың нәҫел-нәсәбен, уның ағай-энеһен, дуҫтарын яҡланым, һине Дауыт ҡулына бирмәнем. Ә һин мине бер ҡатын арҡаһында ғәйепләмәк булаһыңмы?
Балаҡ Билғамға: – Ни эшләйһең һин минең менән? Мин һине дошманымды ҡарғаһын тип саҡырҙым, ә һин уны фатихалайһың, – тине.
– Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш ҡаһиндар тапшырҙы. Һин нимә эшләнең? – тине Пилатос.