4 Ләкин батша һүҙе Йоав һәм уның ғәскәр башлыҡтарынан өҫтөн булып ҡалды. Улар, батша янынан сығып, Исраил халҡын һанарға китте.
Әммә Йоав батшаға: – Аллаң Раббы халыҡтың хәҙерге һанын йөҙ тапҡырға арттырһын, хакимым батшаға шуны күрергә яҙһын! Тик хакимым батшаға был эш ниңә кәрәк? – тип яуапланы.
Иордан йылғаһын кисеп, Ғароғер янында, ҡаланың көньяғында туҡталдылар. Ҡала Ғад үҙәне уртаһында, Яғзергә барған юлда урынлашҡайны.
Ләкин батша һүҙе Йоавтың һүҙенән өҫтөн булып ҡала. Йоав бөтә Исраилды йөрөп сыға, шунан Йәрүсәлимгә ҡайта.
Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне.
– Һин Исраил халҡының иҫәбен алған саҡта, һәр кем үҙе өсөн Раббыға йолом аҡсаһы бирһен. Шул сағында уларға, иҫәпкә алынғанда, бәлә янамаҫ.
Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала?
Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ.