23 Батшаға барыһын да бирәм, – тине Арауна һәм: – Аллаң Раббы һинән риза була күрһен, – тип өҫтәне.
Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.
Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.
Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.
һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.