22 – Хакимым батша, ҡорбан килтереү өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә алһын. Тотош яндырыу өсөн үгеҙҙәр ҙә, утын өсөн ашлыҡ һуҡҡыс менән ҡалыптар ҙа бар.
– Юҡ, әфәндем, – тип яуап ҡайтарҙы. – Һин мине тыңла: мәмерйә менән бергә баҫыуҙы ла һиңә бирәм. Халҡымдың күҙ алдында уны һиңә бүләк итәм, ерлә, әйҙә, мәрхүмәңде.
Ильясиғин кире боролоп, һабанға егелгән ике үгеҙҙе салды. Һуҡаһын яғып ит бешерҙе. Итте кешеләргә таратып бирҙе. Халыҡ шул итте ашаны. Ильясиғин иһә Ильяс артынан эйәрҙе, уға хеҙмәт итә башланы.
Дауыт Орнанға: – Миңә ырҙыныңды тулы хаҡына һат. Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин унда Раббыға ҡорбан усағы эшләйем, – ти.
Ошо ҡалҡыулыҡтың башында Аллаң Раббыға лайыҡлы ҡорбан усағы төҙө. Шунан Ашераның үҙең ҡырҡып ташлаған ҡолғаһын яғып, ете йәшлек үгеҙҙе тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.
Арба Бейт-Шәмәштә йәшәгән Йеһошуағ тигән кешенең баҫыуындағы ҙур бер таш янына килеп туҡтаны. Арбаны утынға ваттылар, һыйырҙарҙы Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙеләр.