21 – Хакимым батша үҙенең ҡолона ниңә килде? – тип һораны. – Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин Раббыға ҡорбан усағы эшләргә һинең ырҙыныңды һатып алырға итәм, – тине Дауыт.
Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте.
Шул көндә Ғад, Дауытҡа килеп: – Бар, йевуси Араунаның ырҙынында Раббыға ҡорбан усағы эшлә, – тине.
Арауна батшаның ярандары менән үҙенә табан килә ятҡанын күрҙе лә, уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыттың алдында ергә тиклем бөгөлөп баш эйҙе.
Әммә Йоав батшаға: – Аллаң Раббы халыҡтың хәҙерге һанын йөҙ тапҡырға арттырһын, хакимым батшаға шуны күрергә яҙһын! Тик хакимым батшаға был эш ниңә кәрәк? – тип яуапланы.
Дауыт Орнанға: – Миңә ырҙыныңды тулы хаҡына һат. Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин унда Раббыға ҡорбан усағы эшләйем, – ти.
Тынлыҡҡа шатланған диңгеҙселәрҙе Раббы теләгән ерҙәренә алып бара.
баяғы исраил ире артынан сатыр эсенә инде һәм икеһен дә, исраилды ла, ҡатынды ла ҡорһаҡтарына сәнсеп үлтерҙе. Ошонан һуң исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.