20 Арауна батшаның ярандары менән үҙенә табан килә ятҡанын күрҙе лә, уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыттың алдында ергә тиклем бөгөлөп баш эйҙе.
Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән.
Дауыт Раббының Ғад аша бойорған һүҙен үтәргә китте.
– Хакимым батша үҙенең ҡолона ниңә килде? – тип һораны. – Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин Раббыға ҡорбан усағы эшләргә һинең ырҙыныңды һатып алырға итәм, – тине Дауыт.
Мефи-Бошеҫ тағы бер тапҡыр баш эйҙе лә: – Кем инде мин ҡолоң? Минең кеүек эт үләкһәһенә тиң затҡа ниңә илтифат иттең? – тине.
Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны.