Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 24:15 - Изге Яҙма

15 Бынан һуң Раббы исраилдарға шул көндөң иртәһенән алып билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үләт ебәрҙе. Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем етмеш мең кеше ҡырылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 24:15
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша үҙенең ғәскәр башлығы Йоавҡа: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарын – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойорҙо.


Шунан Раббы исраилдарға үләт ебәрә һәм етмеш мең кеше ҡырыла.


Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй.


Икенсе айҙың төркөмөнә ахоахлы Додай етәкселек итә, уның ярҙамсыһы Миҡлоҫ була. Уның төркөмөндә егерме дүрт мең кеше була.


Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!


Үләттән һәләк булғандарҙың һаны егерме дүрт мең кеше ине.


Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр,


Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.


Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ