8 Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемдәре: Тахкемондан Йошев-Башшәвәҫ өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы ине. Ул, һөңгөһөн һигеҙ йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һалды.
Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрҙе.
Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.
Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була.
Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә.
Беренсе айҙа хеҙмәт итергә тейешле тәүге төркөмгә Завдиил улы Яшовғам етәкселек итә, уның ҡул аҫтында егерме дүрт мең кеше була.
Дауыттың атаһының Йонаҫан исемле туғаны бик аҡыллы, зиһенле кеше була, кәңәшсе һәм кәтип вазифаһын башҡара. Хахмони улы Йехиил батшаның улдарын тәрбиәләй.
Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе.