7 Әгәр уға ҡағылыр булһалар, Ҡулдарына йә тимер нәмә, йә һөңгө һабы алырҙар. Шул ерҙә үк утта яндырырҙар».
Әммә мине аналыҡтан донъяға сығарған, Әсәм күкрәгендә мине имен һаҡлаған – Һин бит.
Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.
Халыҡтар янып көл булыр, Ҡырҡып ташланған сәнскәк һымаҡ, яндырылыр.
Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел.
Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен».
янып ятҡан мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.
Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.
Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.
Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.
Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.
Ә инде сәнскәк тә ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм ахыр килеп уны яндыралар.