22 Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтте Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы булды.
Йоавтың кешеләре – батшаның йәнһаҡсылары керетиҙәр менән пелеҫиҙәр, бөтә ҡыйыу һуғышсылар Йәрүсәлимдән сығып, Бихри улы Шевағты эҙәрлекләй китте.
Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе.
Мысырҙың бер бәһлеүән кешеһен дә үлтерҙе ул. Мысырлының ҡулында һөңгө ине, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән китте. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыйҙы.
Ул утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй ине. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләне.
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.