21 Мысырҙың бер бәһлеүән кешеһен дә үлтерҙе ул. Мысырлының ҡулында һөңгө ине, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән китте. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыйҙы.
Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе.
Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтте Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы булды.
Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.
Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсихтә улар өҫтөнән тантана итте.
Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы.