Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 23:19 - Изге Яҙма

19 Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы ине, уларҙың башлығы булды, әммә теге өсәү иҫәбенә инмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 23:19
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер заман ураҡ ваҡытында утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Ғадуллам мәмерйәһенә Дауыт янына килде. Был мәлдә пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡорғайны.


Шунан һуң ошо өс батыр, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килде. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәне, Раббы ризалығына тип ергә түкте.


Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.


Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе.


Унан һуң Ахоах нәҫеленән Әлғазар Додо улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе. Һуғышырға әҙерләнгән пелештиҙәрҙе мәсхәрәләп көлгәндә, ул Дауыт менән бергә ине. Исраилдар алыш майҙанынан кире сигенгәндә лә


Утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләй.


Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.


Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән.


Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ